Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда хеҙмәттәр күрһәтеү һәм электрон форматта ведомство-ара эш итеү буйынса иң яҡшы өс район һәм ҡала билдәләнде, тип хәбәр итә республика дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы. Әлшәй, Дәүләкән һәм Йәрмәкәй райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы был эште 100 процентҡа үтәгән. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү – “Мәғлүмәт иҡтисады“ милли проектының төп бурыстарының береһе. – Йыл һайын район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре граждандарға билдәләнгән ваҡытта өҫтөнлөклө хеҙмәттәр күрһәтеү, ведомство-ара үҙ-ара эш итеүгә булышлыҡ итеү, система аша дәүләт һәм муниципаль түләүҙәр, рәсми порталдарҙа дәүләт хеҙмәттәре менән эшләү күнекмәләренә өйрәтеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара, – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Ведомство-ара эш итеү сиктәрендә муниципалитеттар власть органдарына биш, ә Росреестрға ике көн эсендә мәғлүмәт бирә. Был үҙ-ара эш итеү онлайн-хеҙмәттәр алыу процесын