Өфө халҡы “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә уҙғарылған “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Акцияның сираттағы этабы 5 июндә Инорс биҫтәһендә үтәсәк. Бында Йылы күле һәм Ҡариҙел ярҙарын таҙартыу күҙаллана. - Акцияла ҡатнашыусыларҙы күл буйы һәм “Өфө муйынсағы” буйлап саф һауала йөрөү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар һәм тәмле бүләктәр көтә, – тип билдәләне Өфө хакимиәтенең экология бүлеге начальнигы Ольга Филева. Акцияла баш ҡалала йәшәгән һәр кем, ведомство, предприятие һәм уҡыу йорттары командалары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларға бирсәткәләр һәм тоҡтар биреләсәк. “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы күл һәм йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙы күҙ уңында тота. 2014 йылдан башлап ул илдең бөтә төбәктәренән 11 миллион ҡатнашыусыны берләштерә. Был йылдарҙа 10,3 мең һыу ятҡылығы таҙартыла һәм 11 миллион тоҡ сүп-сар йыйыла. 2024 йыл йомғаҡтары буйы