Ҡариҙел һәм Мишкә райондарында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы участкаһында япма алмаштырыласаҡ, юл ситтәре билдәләнәсәк һәм нығытыласаҡ, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ремонт эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә үткәрелә. Юл эшселәре Ҡариҙел районының Дәүеш һәм Һөйөндөк ауылдары араһында урынлашҡан 4,3 километр участкала иҫке асфальтты алып, тигеҙләү ҡатламын һалды ла инде. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы республиканың терәк селтәренә инә. Уның төньяҡ-көнсығыш райондарын Өфө менән, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән тоташтыра. – Трасса бик йәнле, уның трафигы тәүлегенә өс мең самаһы автомобиль тәшкил итә. Юл норматив хәлдә булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Йыл аҙағына тиклем был трассаның биш участкаһын – Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мишкә һәм Бөрө райондары аша үткән 15 километр юлды ремонтлау күҙаллана. Фо