Татлыбай ауылында биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүриндың "Татлыбайҙан башланған юл" исемле китабының исем туйы үтте. Унда ғалимдың китапҡа ингән геройҙары, ауылдаштары, мәғариф ветерандары, туғандары, мәктәп балалары ҡатнашты. Автор китаптың яҙылыуы, мәҡәләләрҙе, фотоһүрәттәрҙе туплау барышы хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Был Татлыбай ауылы тураһында икенсе китап, тәүгеһен уның хеҙмәт ветераны Сәләх Нәбиуллин яҙа. Осрашыуҙа Сәләх ағай үҙе лә ҡатнашты һәм "Татлыбай" исемле китабының яңыртылған вариантын тәҡдим итте. Сығыш яһаусылар Сәфәрғәле Искәндәр улын әле күптән түгел булған юбилейы һәм китабының исем туйы менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе, китаптың икенсе бүлеген дә яҙыуҙарын һораны. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа үтте. Музыкаль яҡтан уны мәктәп уҡыусылары, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле һәм Дилбәр менән Хәлил Биктимировтар биҙәне. Татлыбай ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Ләйсән Әхмәҙуллина уны бик оҫта итеп алып барҙы.
Татлыбай ауылында биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүриндың "Татлыбайҙан башланған юл" исемле китабының исем
29 мая 202529 мая 2025
~1 мин