Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Не рули, малай!”

Бөгөн, 29 майҙа, Башҡортостанда “Не рули, малай!” иҫкәртеү кампанияһы старт алды. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов журналистар менән осрашыуҙа аңлатыуынса, бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы мәсьәләһенә йәлеп итеү өсөн кәрәк. Иҫкәртеү акцияһы быйыл 31 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ошо маҡсатта киң мәғлүмәт саралары һәм интернет аша ата-әсәләргә мәғлүмәт еткереүҙе үҙ эсенә алған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аңлатыу саралары үткәреләсәк. – Кампанияның исеме милли колорит йөрөтә “Не рули, малай!”, башҡорт телендә малай үҫмер тигәнде аңлата. “Рулгә ултырмағыҙ!” тигәндә, беҙ балаға рулгә ултырырға рөхсәт итмәйбеҙ. Шулай итеп, башҡа өлкәндәрҙе лә балаларына ҡарата ошондай талапта торорға саҡырабыҙ, сөнки ата-әсәләр, мототранспорт һатып алыу ни тиклем ҙур яуаплылыҡ булғанына ҙур әһәмиәт бирмәйенсә, балаларын ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын аңлап етмәйенсә уны алып бирә. Бынан тыш, бәлиғ бул

Бөгөн, 29 майҙа, Башҡортостанда “Не рули, малай!” иҫкәртеү кампанияһы старт алды. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов журналистар менән осрашыуҙа аңлатыуынса, бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы мәсьәләһенә йәлеп итеү өсөн кәрәк. Иҫкәртеү акцияһы быйыл 31 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ошо маҡсатта киң мәғлүмәт саралары һәм интернет аша ата-әсәләргә мәғлүмәт еткереүҙе үҙ эсенә алған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аңлатыу саралары үткәреләсәк. – Кампанияның исеме милли колорит йөрөтә “Не рули, малай!”, башҡорт телендә малай үҫмер тигәнде аңлата. “Рулгә ултырмағыҙ!” тигәндә, беҙ балаға рулгә ултырырға рөхсәт итмәйбеҙ. Шулай итеп, башҡа өлкәндәрҙе лә балаларына ҡарата ошондай талапта торорға саҡырабыҙ, сөнки ата-әсәләр, мототранспорт һатып алыу ни тиклем ҙур яуаплылыҡ булғанына ҙур әһәмиәт бирмәйенсә, балаларын ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын аңлап етмәйенсә уны алып бирә. Бынан тыш, бәлиғ булмаған баланың үҙаллы арзан, ҡулланылған машина һатып алыуы һәм ата-әсәһенең контроленән тыш юл хәрәкәтендә ҡатнашыуы, үҙен һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал, – тип билдәләне Владимир Севастьянов. “Тормошҡа ашырылған проект граждандарыбыҙҙың, бигерәк тә йөҙәрләгән баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға килтерер, тип ышанам”, — тип белдерҙе ведомство етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, 2025 йылда водитель балалар менән юл-транспорт ваҡиғалары һаны һиҙелерлек артҡан. Мәҫәлән, дүрт ай эсендә үҫеш 16,7 процент тәшкил иткән. Бәлиғ булмағандар ете автоавария яһаған, шул уҡ ваҡытта ике юл-транспорт ваҡиғаһында балалар – машинала, бишәүһендә мототранспорт менән идара иткән. 57 процент осраҡта юл фажиғәләре йәш водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында булған. Конференцияла ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе Илмир Ғәниев хәбәр итеүенсә, ата-әсәләр водитель балаларының хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн “аҡса” менән яуап бирә. Штрафтар ярайһы уҡ етди, дөйөм алғанда, кеҫәгә һиҙелерлек йоғонто яһай. – Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре төҙөгән бөтә материалдар йәшәгән урын буйынса бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыла. Артабан улар менән иҫкәртеү эше уҙғарыла, – тине Илмир Ғәниев. Ул юл хәрәкәте өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн етди штрафтар тураһында мәғлүмәт биреү мөһим булыуын билдәләне. Мәҫәлән, бәлиғ булмаған водитель мопед, скутер, мотоцикл, автомобиль менән идара иткән өсөн, идара итеү хоҡуғына эйә булмайынса, 5 - 15 мең һум штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ балаға руль артына ултырырға рөхсәт иткән кеше лә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, йышыраҡ был - ата-әсәләр. Транспорт сараһын тапшырған өсөн 30 мең һум түләргә тура киләсәк. - Әгәр бәлиғ булмаған 16 йәштән кесерәк булһа, уның өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин булған законлы вәкилдәр (ата-әсәләр, опекундар) яуаплы, шул уҡ ваҡытта транспорт сараһы махсус туҡталҡаға урынлаштырыла, – тип хәбәр итте Илмир Ғәниев. Республикабыҙҙа ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар һаны - өс тапҡырға, балаларына хәүефле саралар ышанып тапшырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ата-әсәләр һаны дүрт тапҡырға артҡан. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда 495 бала һәм үҫмер яуаплылыҡҡа тарттырылған, улар 927 административ хоҡуҡ боҙоуҙар менән ҡануниәт тарафынан билдәләнгән йәшкә еткәнсе транспорт саралары менән идара иткән. Рәмилә МУСИНА фотолары.