Урман шаулап үҫһен Курск яғында барған бәрелештәрҙә дошман ҡамауында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны ҡотҡарып, үҙебеҙҙекеләр яғына алып сыҡҡан яугир ул. Баһадир, көслө ир-егеттәрҙең дә күңеле нескә була: моң яратҡан Венер ҡустыһы Шамил менән вокаль ансамбль түңәрәгенә шөғөлләнергә Яңы Морапталдан Яҡут ауылына тураға көрт кисеп йөрөгәнен йылмайып иҫкә төшөрә. Күңелле, ҡолон кеүек уйнап үҫкән ваҡыт... Уҡытыусылар яҡшы тормош мәктәбе биргән: Ҡунаҡбайҙа йәшәгәндә Молоканға йәйәү йөрөп уҡыған осорҙа уҡытыусы Илшат Бикмөхәмәтовтың саңғыла етеҙ йөрөргә өйрәткәненә рәхмәтле, география фәненән белем биргән Роберт Хәсәновтың дәрестәре лә күңелендә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалған. Илһөйәрлек темаһына үткәрелгән дәрестәр хәрби хеҙмәтте һайлауҙа ла үҙ ролен уйнаған. Әрмелә хеҙмәт иткән сағында һалдатҡа “Шатун” ҡушаматын бирәләр. 2006 йылда отҡор егет тағы ике йылға контракт төҙөй: элита тип һаналған хәрби десант ғәскәрҙәре сафында Новороссийск, Анапа яҡтарында хеҙмәткә ҡала. Унан ҡайтҡас, Мәлә