Бөгөн район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров эш сәфәре менән Алғаҙы ауылында булды. Тиҙҙән унда ауылдың 300 йыллыҡ юбилейына арналған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтәсәк. Азамат Сәфәрғәли улы ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында урындағы актив менән осрашты. Етәкселәр ауылды төҙөкләндереүгә бәйле биләмәне ҡарап сыҡты, һөҙөмтәлә ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсаты ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡы үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен дә еткерҙе һәм улар иғтибарға алынды.
Бөгөн район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров эш сәфәре менән Алғаҙы ауылында булды
29 мая 202529 мая 2025
1
~1 мин