Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Евразия Һәм Африка халыҡтары Ассамблеяһының Башҡортостан бүлексәһе – халыҡ-ара партнерҙар менән бәйләнештәрҙе булдырыу йәһәтенән ҙур ярҙамсы. Был эштәрҙе ҙур булмаған бәләкәй команда бөтә тулылығында тормошҡа ашыра. – Ассамблея менән йыл һайын 20 тирәһе эре сара ойошторабыҙ, – тип һөйләй Андрей Геннадьевич. – Ошо саралар, әлбиттә, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ – Ассамблеяның футбол клубы. Бында – Рәсәй, Сенегал, Нигерия, Камерун, Конго, Гаити, Кот-дИвуара, Үзбәкстан һәм Италия граждандары, Барыһы ла Башҡортостан чемпионатында уңышлы сығыш яһай. Мәскәүҙә Генераль Ассамблея етәкселегенән республикабыҙҙың илселеге исеменә уның яҡшы эшмәкәрлеге тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтелгән. Андрей Назаров ошо турала ла белдерҙе. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.