Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер юлы яңы биш аппарат

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, биш яңы ультратауыш аппараты алды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. “Был заманса ҡорамалдар һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Улар ярҙамында төрлө ағзаларға һәм организм системаларына тиҙ һәм теүәл тикшереүҙәр үткәрергә мөмкин. Был үҙ йәһәтендә тиҙерәк һауығырға һәм пациенттар араһында үлем осраҡтары кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рөстәм Ишмурзин. Ультратауыш тикшереүе табиптар эшмәкәрлегендә киң ҡулланыла . Аппараттың төп өҫтөнлөгө – уның хәүефһеҙлегендә. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңырты

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, биш яңы ультратауыш аппараты алды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. “Был заманса ҡорамалдар һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Улар ярҙамында төрлө ағзаларға һәм организм системаларына тиҙ һәм теүәл тикшереүҙәр үткәрергә мөмкин. Был үҙ йәһәтендә тиҙерәк һауығырға һәм пациенттар араһында үлем осраҡтары кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рөстәм Ишмурзин. Ультратауыш тикшереүе табиптар эшмәкәрлегендә киң ҡулланыла . Аппараттың төп өҫтөнлөгө – уның хәүефһеҙлегендә. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: VK.com.