Учреждение “Ғаилә” милли проекты ярҙамында яңыртыла, тип хәбәр итә Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге. Китапханаға яңы ҡорамалдар һәм мебель, шул иҫәптән заманса шкафтар, өҫтәлдәр һәм стеллаждар алып килә башлағандар. Шулай уҡ саралар, презентациялар һәм күргәҙмәләр үткәреү өсөн кәрәкле светодиодлы экран ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, учреждениела реклама һәм сувенир продукцияһын баҫтырыу өсөн УФ-принтер барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ бында документтар менән эшләү өсөн күп функциялы комплекс ҡуйылған. Ул тиҙ арала күсермәләр яһарға һәм уларҙы цифрлы форматҡа күсерергә мөмкинлек бирәсәк. “Ғаилә“ милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, тыуым артһын өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Билдәле булыуынса, “Ға