Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда иң яҡшы идарасыларҙы билдәләйәсәктәр

Өфөлә Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы үтәсәк. Сара Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә уҙғарыла һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») маҡсаттарына тап килә. Чемпионат Өфөләге вуз-ара кампус майҙансығында үтәсәк, унда бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәре, топ-менеджерҙар, бизнес-шерифтар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Ул 30 майҙа башлана. – Башҡортостан бындай чемпионаттарҙы уҙғарыуҙа билдәле тәжрибәгә эйә. Былтыр Өфөлә уның финалын ҡабул иттек, беҙгә илдең иң көслө йөҙҙән ашыу идарасыһы йыйылды. Идара итеү оҫталығы – бик ҡиммәтле төшөнсә. Процесс менән идара итә белмәһәң, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмайһың, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Чемпионатта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең идара итеү компетенцияларын тикшерергә һәм донъя бизнес-белем биреү тәжрибәһен файҙаланып, уларҙы практикала раҫларға кә

Өфөлә Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы үтәсәк. Сара Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә уҙғарыла һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») маҡсаттарына тап килә. Чемпионат Өфөләге вуз-ара кампус майҙансығында үтәсәк, унда бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәре, топ-менеджерҙар, бизнес-шерифтар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Ул 30 майҙа башлана. – Башҡортостан бындай чемпионаттарҙы уҙғарыуҙа билдәле тәжрибәгә эйә. Былтыр Өфөлә уның финалын ҡабул иттек, беҙгә илдең иң көслө йөҙҙән ашыу идарасыһы йыйылды. Идара итеү оҫталығы – бик ҡиммәтле төшөнсә. Процесс менән идара итә белмәһәң, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмайһың, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Чемпионатта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең идара итеү компетенцияларын тикшерергә һәм донъя бизнес-белем биреү тәжрибәһен файҙаланып, уларҙы практикала раҫларға кәрәк. Еңеүселәр төбәкте милли финалда күрһәтәсәк, ә киләсәктә Макаола үтәсәк донъя финалында ил намыҫын яҡлаясаҡ. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты 2025 йылдан 2030 йылға тиклем Президент Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған 19 милли проекттың береһе. Милли проекттың маҡсатлы бурыстары иҫәбендә — 2023 йылға ҡарата Рәсәй иҡтисадында хеҙмәт етештереүсәнлегенең 20 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото: gtrk.tv