Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса план тикшерелде, тип хәбәр иттеләр министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан илдә “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Ябыҡ цикллы иҡтисад” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең Тәбиғәт һәм экология министрлыҡтары төбәк биләмәһендә 2030 йыл аҙағына тиклем тейешле төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөнө. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, республика был йүнәлештә ил субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып эшләй башланы, 2024 йылдың ғинуарында ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса саралар планын раҫланы. Ул 2024-2030 йылдарҙа 19 төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен үтәүҙе күҙ уңында тота. Төп йүнәлештәр араһында яңы эшкәртеү ҡеүәттәрен төҙөү, ресурстарҙы экономиялауҙың заманса ысулдарын ҡулланыу, ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан файҙаланыу кимәлен күтәреү һәм икенсел сеймал ҡабул итеү п
Республикала ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү мәсьәләһе тикшерелде
28 мая 202528 мая 2025
1
1 мин