Башҡортостан Республикаһының “КирпичХолдинг” компаниялар төркөмөнә ингән “СтройАльянс” предприятиеһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды. Ойошма Башҡортостанда һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерергә ниәтләгән бишенсе кирбес заводы булды, тип хәбәр иттеләр төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән. Баҡалы районында урынлашҡан предприятие республиканың М-125 һәм М-150 маркалы төҙөлөш кирбестәре сығарыусы алдынғы сәнәғәт объекттарының береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа компания майҙансыҡтарында масштаблы модернизация үткәрелә: 90 метрлыҡ тоннель мейесе төҙөлә, формалау бүлегенең икенсе линияһы эшләй башлай, киптереү камералары һаны арттырыла, шулай уҡ яңы пар ҡаҙандары ҡуйыла. Проектты тормошҡа ашырыу барышында Республика компетенциялар үҙәге эксперттары етештереү процестарын диагностикалай, ҡорамалдарҙың өҙөклөктәр арҡаһында туҡтауһыҙ то