Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баҡса үҙәгенә - бер миллион һум

Башҡорт микрокредит компанияһының баҡса үҙәгенә биргән бер миллион һум аҡсаһы эшҡыуарға кәрәкле материалдар һатып алыу, продукцияһын күрһәтеү өсөн реклама кампанияһын планлаштырыу мөмкинлеген биргән. Ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. – Төбәгебеҙҙәге ауыл хужалығы тармағының төп үҙенсәлектәренең береһе – матди ресурстар менән аҙыҡ-түлектең хаҡтарының тура килмәүе, улар араһындағы өҙөклөк. Нәҡ дәүләт булышлығы – микрокредиттар биреү, субсидия менән тәьмин итеү – йүнселдәргә өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу, эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн кәрәкле ресурстар табыу мөмкинлеген биреп, аграр секторҙың үҫешенә этәргес бирә, – тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Башҡорт микрокредит компанияһының ярҙамын алған Людмила Дымованың предприятиеһы Шишмә районында урынлашҡан. Ул баҡса үҙәген урындағы халыҡты сифатлы баҡса материалдары

Башҡорт микрокредит компанияһының баҡса үҙәгенә биргән бер миллион һум аҡсаһы эшҡыуарға кәрәкле материалдар һатып алыу, продукцияһын күрһәтеү өсөн реклама кампанияһын планлаштырыу мөмкинлеген биргән. Ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. – Төбәгебеҙҙәге ауыл хужалығы тармағының төп үҙенсәлектәренең береһе – матди ресурстар менән аҙыҡ-түлектең хаҡтарының тура килмәүе, улар араһындағы өҙөклөк. Нәҡ дәүләт булышлығы – микрокредиттар биреү, субсидия менән тәьмин итеү – йүнселдәргә өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу, эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн кәрәкле ресурстар табыу мөмкинлеген биреп, аграр секторҙың үҫешенә этәргес бирә, – тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Башҡорт микрокредит компанияһының ярҙамын алған Людмила Дымованың предприятиеһы Шишмә районында урынлашҡан. Ул баҡса үҙәген урындағы халыҡты сифатлы баҡса материалдары, үҫентеләр һәм башҡа кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү маҡсатында асҡан. Үҙәкте үҫтереүгә туғыҙ миллион һум тирәһе аҡса һалған, артабан да инвестициялар йәлеп итергә планлаштыра. Баҡса үҙәге клиенттарҙың ышанысын аҡларға өлгөргән: хеҙмәткәрҙәр уларҙың теләктәрен иҫәптә тотоп консультация бирә, аңлата, үҫентеләрҙе һайлауҙа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, нисек тәрбиәләргә лә өйрәтә. Бындай эшмәкәрлек клиент базаһын формалаштырыуға, һөҙөмтәлә бизнестың үҫешенә булышлыҡ итә. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Ул иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Фото: Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.