Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын геологик разведкалау буйынса «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең пландарына «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында Рәсәй экология йәмғиәте етәксеһе, «Экологик именлек» милли проекты буйынса йәмәғәт эксперт советы рәйесе Рәшид Исмаилов комментарий бирҙе. –Рәшид Айдын улы, яңы етештереү объекттарын булдырыу пландары йыш ҡына йәмғиәттә ниндәйҙер борсолоу тыуҙыра. Ни өсөн шулай була, һәр ваҡыт борсолорға урын бармы? – Ысынлап та, ниндәйҙер сәнәғәт объекты төҙөү ихтималлығы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән йәмғиәт һаҡлана башлай. Кешеләрҙе аңларға була: улар билдәле бер экосистемала йәшәргә күнеккән һәм киләсәк быуын менән дә шулай булыр тип көтә. Был беҙҙең бөтә экологик хәүефтәрҙән һаҡланыу конституцион хоҡуғыбыҙ. Әммә шулай була: ҡурҡыуҙар аңлы рәүештә нығытыла; үҙ маҡсаттары өсөн протест потенциалын табырға мөмкин булған теләһә ниндәй экологик хәлде ҡулланған көстәр бар. - Был осраҡта нимә эшләргә? – Халыҡты проекттың
Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә баҡыр сығарырға мөмкин
28 мая 202528 мая 2025
4 мин