Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Заман афәте һаман да бирешергә уйламай

Наркотиктар ҡулланыу һәм уға бәйлелек һаман да хәҙерге замандың етди проблемаларының береһе булып ҡала. Наркотиктар нервы сиситемаһына тәьҫир итеп, кешенең аңын үҙгәртеүгә һәләтле. Был ағыулы матдәләрҙең бөтәһе лә баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша һәм уларҙы үҙгәртә, бәйлелек үҫешенә килтерә. Кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе “тәмләп” торғоһо килә. Наркомания – психоактив матдәгә тотоп тыйғыһыҙ әүәҫлек, уны яңынан-яңы татыуға ынтылыш. Уның төп билдәләре: наркотикка күнегеү, дозаны арттырырға һәм йышыраҡ ҡулланырға тырышыу, наркотиктан физик бәйлелек барлыҡҡа килеүе йәғни сираттағы доза булмағанда абстинентлы синдром (“ломка” тип тә атайҙар) башланыуы. Бөтә психоактив матдәләр ҙә – ағыу, мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың уйлау һәләте боҙола, интеллекты һәм хәтере түбәнәйә. Организмда бөтә ағыулы матдәләр бауыр ярҙамында зарарһыҙландырыла, наркотиктар ҡабул итеү уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм цирроз үҫешә. Наркомандарҙың йөрәк мускулдары бик т

Наркотиктар ҡулланыу һәм уға бәйлелек һаман да хәҙерге замандың етди проблемаларының береһе булып ҡала. Наркотиктар нервы сиситемаһына тәьҫир итеп, кешенең аңын үҙгәртеүгә һәләтле. Был ағыулы матдәләрҙең бөтәһе лә баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша һәм уларҙы үҙгәртә, бәйлелек үҫешенә килтерә. Кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе “тәмләп” торғоһо килә. Наркомания – психоактив матдәгә тотоп тыйғыһыҙ әүәҫлек, уны яңынан-яңы татыуға ынтылыш. Уның төп билдәләре: наркотикка күнегеү, дозаны арттырырға һәм йышыраҡ ҡулланырға тырышыу, наркотиктан физик бәйлелек барлыҡҡа килеүе йәғни сираттағы доза булмағанда абстинентлы синдром (“ломка” тип тә атайҙар) башланыуы. Бөтә психоактив матдәләр ҙә – ағыу, мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың уйлау һәләте боҙола, интеллекты һәм хәтере түбәнәйә. Организмда бөтә ағыулы матдәләр бауыр ярҙамында зарарһыҙландырыла, наркотиктар ҡабул итеү уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм цирроз үҫешә. Наркомандарҙың йөрәк мускулдары бик тиҙ “туҙа”, иммунитеты ҡаҡшай. Наркотиктар ҡулланыу психиканы үҙгәртә, кеше үҙ эсенә йомола, хис-тойғолары ярлылана, хәрәкәтләнеүе боҙола. Дөйөм энәләрҙән файҙаланыу һәм енси гигиенаның булмауы арҡаһында улар йыш ҡына бер-береһен В һәм С гепатиттары, сифилис һәм ВИЧ-инфекция менән зарарлай. Наромандарҙың күпселеген 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә. Уларҙың күпселеге үҙҙәренең тоҙаҡҡа нисек эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡала. Үҙҙәренең “өлкәнәйеүен”, бер кемдән дә кәм йәки бәйле булмауын раҫлау һәм “компания өсөн” ымһындырғыс ағыуҙы тәмләргә ашыға. Наркоман үҙенең күпселек социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға. Элекке дуҫтары шәхес булараҡ юҡҡа сыға барған иптәшенән ситкә тайпыла башлай, мәнфәғәттәр ҡырҡа айырыла бара. Наркотиктар ҡулланыу бик тиҙ үлемгә алып килә. Әгәр ҙә үҫмер наркотик ҡуллана башлаған икән, уны тиҙерәк медицина ойошмаһына килтереү һәм бәйлелектән ҡотолдороу сараһын күрергә кәрәк. Кешеләр наркотик ҡулланыуҙың хәүефе тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш. Нәсих Хәлисов фотоһы.