Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сик буйы хикәйәләре

"Биҙгәк" Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала. Погрнаичниктарҙың береһе эсе ауыртып, температураһы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып китте. Заставаның фельдшеры булараҡ мин уны тиҙ арала айырым бүлмәгә һалып, кәрәкле дарыуҙар бирҙем. Температураһы төшөүен төштө, ләкин эсенең ауыртыуы шул килеш ҡалды. Был ауырыу мине ниндәйҙер аңлашылып етмәгән уйға һалды. Сөнки, ул беҙ күнеккән ғәҙәти инфекцияға оҡшамаған ине. Иртәнсәк дежурствоға сығыу менән тағы ике пограничник шул уҡ симптомдар менән килде. Шунда уҡ уларҙан ентекләп һораша башланым: ҡайҙа барғандар, нимә ашағандар,эскәндәр. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт алһам, шул тиклем шигем бының "биҙгәк" булыуына арта барҙы. Мин шунда уҡ был турала застава буйынса яуаплы, шул ваҡытта санчасҡа килеп ингән өлкән лейтенант Васильевҡа хәбәр иттем. Уға "биҙгәк"тең нимә икәнен аңлаттым. Комендатураға хәбәр итергә һәм тиҙ арала ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында әйттем. Тиҙ ярҙам машинаһы менән ауырыуҙарҙы больницаның инфекция б

"Биҙгәк" Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала. Погрнаичниктарҙың береһе эсе ауыртып, температураһы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып китте. Заставаның фельдшеры булараҡ мин уны тиҙ арала айырым бүлмәгә һалып, кәрәкле дарыуҙар бирҙем. Температураһы төшөүен төштө, ләкин эсенең ауыртыуы шул килеш ҡалды. Был ауырыу мине ниндәйҙер аңлашылып етмәгән уйға һалды. Сөнки, ул беҙ күнеккән ғәҙәти инфекцияға оҡшамаған ине. Иртәнсәк дежурствоға сығыу менән тағы ике пограничник шул уҡ симптомдар менән килде. Шунда уҡ уларҙан ентекләп һораша башланым: ҡайҙа барғандар, нимә ашағандар,эскәндәр. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт алһам, шул тиклем шигем бының "биҙгәк" булыуына арта барҙы. Мин шунда уҡ был турала застава буйынса яуаплы, шул ваҡытта санчасҡа килеп ингән өлкән лейтенант Васильевҡа хәбәр иттем. Уға "биҙгәк"тең нимә икәнен аңлаттым. Комендатураға хәбәр итергә һәм тиҙ арала ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында әйттем. Тиҙ ярҙам машинаһы менән ауырыуҙарҙы больницаның инфекция бүлегенә алып киттеләр. Кискә табан, минең диагнозым раҫланды, эйе был "биҙгәк" ине. Йоғошло ауырыуҙың сәбәбе ябай ғына булған. Бер көн алдан заставаның старшинаһы, был өсәүҙе аҙыҡ-түлек складына тәртип урынлаштырырға алып барған. Шул ваҡытта улар, ҡоро емеште тәмләп ҡарағандар. Был турала ентекләп һорашҡанда әйтеп һалдылар. Бынан һуң тиҙ арала бөтә заставала дезинфекция үткәрҙек. "Алыҫ Көнсығыш скарлатинаға оҡшаш биҙгәге" тураһында лекция уҡыуым бик тә урынлы булды. Ваҡытында үткәрелгән сара арҡаһында башҡа пограничниктарҙы был ауырыу ситләтеп үтте. Бер нисә аҙнанан өсөһө лә кире ҡайтып артабан хеҙмәт итә башланылар. Суднолағы пожар Йылы һәм елһеҙ сентябрь кисе. Дүрт сәғәтлек хеҙмәтем аҙағына яҡынлашты. Был минең "балдаға", йәғни күҙәтеү манараһына беренсе тапҡыр сығыуым ине. Ҡараңғы төшә башланы. Яңылыштан судноларҙы үткәреп ебәрмәҫ өсөн мин ныҡ иғтибар менән ҙур бинокль аша Татар боғаҙы акваторияһын күҙәтәм. Смена тамамланыуға ҡырҡ минут тирәһе ҡалғас, мине диңгеҙҙәге ут йәлеп итте. Быларҙың барыһы ла ярҙан ун-ун ике миль тирәһе алыҫлыҡта ине. Биноклдән ҙурайтып ҡарағас, ундағы судноға ут ҡабыуы асыҡланды. Шунда уҡ, кординаталарын билдәләп, был турала заставалағы дежурныйға хәбәр иттем. Тиҙҙән бының нейтраль һыуҙағы сит ил судноһы булыуы асыҡланды. Янып киткән йөк ташыусыны яҡындағы кораблдәр тиҙ арала килеп етеп һүндереп алдылар. Посты техник күҙәтеүселәргә тапшырып, “Газ-66”-сының кузовына һикереп мендем дә, заставаға юлландыҡ. Минең күҙәтеү пунктындағы беренсе көнөм бына шулай ваҡиғалар менән тамамланды. Эксклюзив тәмләткес Заставалағы хеҙмәт бик үҙенсәлекле һәм күп яҡлы булып китә. Мин, мәҫәлән бер ваҡытта ла аш-һыу оҫтаһы булып китермен тип уйламағайным. Барыһыла былай башланып китте. Төп ашнаҡсы Олегты ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яҡтарына ҡайтарырға булдылар. Һәм бер ҡышҡы кистәрҙең береһендә минең янға килеп, үҙенең урынына ҡалырға тәҡдим итте. Әҙерәк уйлағас, мин риза булдым, сөнки яҡшы яҡтары күп ине. Заставала бөтәһе ун бишләп пограничник, күбеһе төнгө хеҙмәттә булғас, иртәнге ашты әҙерләү кәрәкмәй. Бер нисә көн уның менән берлектә өйрәнеү үткәс, мин үҙем генә бешерә башланым. Тәүге мәлдә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып алды. Мәҫәлән, вермишелде күп итеп һалып, артығынан сусҡаларға бирергә тура килде. Башҡа ваҡытта ла ҡалған аҙыҡты уларға бирә инек. Шулай әкренләп яңы профессияны үҙләштерә башланым. Яҡшы ғына килеп сыға кеүек. Хатта бер ваҡыт үҙем яратҡан майикмәк бешереп тә ашаттым, бик оҡшаттылар. Әммә минең повар эпопеяһы артығынан тыш һуҙыла башланы. Олег күптән заставаға ҡайтһа ла, мине кире службаға ҡайтарырға ашыҡманылар. Көндәр шул тиклем тиҙ үтә, яҙ еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡар иреп бөттө, үләндәр йәшәрә башланы. Яҙ еҫе, ҡоштарҙың ҡыуаныслы һайрауы, асыҡ тәҙрәнән яңғыраған "Любэ" төркөмөнөң йыры күңелгә айырыуса дәрт өҫтәй. Заставаның ишек алдындағы баҡсала төрлө йәшелсә-емеш, тәмләткес үләндәр үҫтерәләр ине. Мин уларҙы, әлбиттә, аш бешергәндә күпләп ҡуллана торғайным, берәү ҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне. Бер көн Олег үҙ вазифаһына ҡайтты, ә мин хеҙмәтемде дауам иттем. Мине иртәгәһенә үк "балдаға", йәғни күҙәтеү пунктына ебәрҙеләр. Ул диңгеҙҙең бейек ярында урынлашҡан, Татар боғаҙының акваторияһы ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Матур тәбиғәтте, диңгеҙҙе күҙәтеп хеҙмәт урынына яҡынлаштым. Шул ваҡыт минең иғтибарымды укропҡа оҡшаған таныш үҫемлек йәлеп итте. Уларҙың бар ерҙә лә үҫеүенән минең аптырауымдың сиге булманы. Асыҡланыуынса, бер ай дауамында хеҙмәттәштәремде һыйлаған аш тәмләткес, ҡәҙимге үлән булып сыҡты. Хәмит Карамалинский