Элек-электән халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе аҡһаҡалдар ҡоронда хәл иткәндәр, һәр ырыуҙың, ауылдың иң әүҙем ир-уҙамандары бергәләшеп йыйылыр булған. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында “Ирҙәр ҡоро” осрашыуы үтте. Билдәле булыуынса, 2021 йылда Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында беренсе “Ирҙәр ҡоро” форумы үтә. Унда республиканың күп балалы атайҙары, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән ир-егеттәр ҡатнаша. Форумда ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү уның төп бурыстары итеп ҡуйыла. Шул мәлдәрҙән күпселек район һәм ҡалаларҙа көслө заттарҙы әүҙемләштереү маҡсатында “Ирҙәр ҡоро” ойошмалары барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Баймаҡ һәм Белорет райондарында “Ирҙәр ҡоро” ойошмалары әүҙем эш башлаһа, Әбйәлилдә ни өсөндөр был тәңгәлдә эштәр бер аҙ һүлпәнерәк барған. Һуңғы ваҡытта район халҡының Салауат утары янында баҡыр мәғдәне ятҡылығында геологик тикшеренеүҙәр башланыуы хаҡындағы борсоулы хәлдәр ир-аттарҙың бергә туплап, төбәккә бәйле хәл итәһе мәсьәләләрҙе күтәреп, уларға яуап эҙләү мөмкинлеге лә булдырылды. Шулай уҡ Әбйәлил районының “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһының яңы етәксеһен дә һайлау бурысы ҡуйылды. — Ил өсөн ҡатмарлы осорҙа ата-бабаларыбыҙ элек-электән ҡорға йыйылып, кәңәш иткән. Беҙ ҙә әлеге ваҡытта район халҡын борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышайыҡ, бер-беребеҙҙе тыңлайыҡ һәм күмәкләп бер һүҙгә киләйек. Мин Рәсәй Дәүләт Думаһының Экология буйынса комитеты ағзаһы булараҡ, халыҡты борсоған мәсьәләнән ситтә ҡала алмайым. Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар сығарылған ерҙәрҙе рекультивациялау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса федераль ҡануниәткә яҡын арала индереләсәк үҙгәрештәрҙе тикшерәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, барыһын да асыҡтан-асыҡ, уртаға һалып һөйләшәйек һәм тыныс ҡына хәл итәйек, — тине Зариф Закир улы һөйләшеүҙе башлап.—Ысынлап та, хәл итәһе мәсьәләләр күп. Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Мин дә һеҙҙең кеүек тыуған яғымды яратам һәм уның киләсәге өсөн ныҡ борсолам. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, был тәңгәлдә бик күп ҡанундар тәҡдим ителде, һәм улар депутаттар тарафынан хуплау тапты һәм бөгөн халыҡ өсөн хеҙмәт итә. Зариф Байғусҡаров шулай уҡ бөгөнгө көндә “Ирҙәр ҡоро”ноң төп маҡсаты булып малай һәм егеттәрҙе ғаиләлә атайҙар өлгөһөндә тәрбиәләү бурысының мөһимлеген дә билдәләп үтте. “Атанан күргән - уҡ юнған” тип бушҡа әтмәй халыҡ мәҡәле лә, улдарыбыҙ киләсәктә ғаиләһен ҡарай алырлыҡ, һөнәрле, эшле, аҡсалы, рухлы һәм илһөйәр булып үҫһен өсөн тәрбиә башы ғаиләнән килергә, атайҙарынан өлгө алырға тейеш. Шуның өсөн, ирҙәр, беҙҙең үҙебеҙгә лә ғаиләлә өлгөлө булыу кәрәк. Улы атаһы өсөн ғорурланырға тейеш, ә киреһенсә түгел. Шулай уҡ “Ағас ултыртыу”, ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү, йылға-күл буйҙарын таҙартыу кеүек өмәләргә, төрлө акцияларҙа ҡатнашыу, йүгереү марафоны, саңғы ярышы һәм башҡалар булһынмы – барыһында ла ғаилә, балалар менән бергә ҡатнашыуҙы яйға һалыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. “Атайың ни әйтер”, “атайыңдан һора”, “атайың менән кәңәшләш” тигән һүҙҙәр ғаиләлә ишетелә икән, тимәк, унда атай абруйы юғары ҡуйыла, тап шундай ғаиләләр һәр ауылдың, төбәктең, илдең киләсәген билдәләй. Сарала сығыш яһаусылар араһында Әбйәлил районы халҡын борсоған һорауҙар бихисап яңғыраны. Мәҫәлән, берәҙәк эттәр проблемаһы, һуңғы ваҡытта ҡыр хайуандарының ауылдарға яҡын килеүе, уларҙың малдарына тейеүе генә түгел, хатта кешеләргә һөжүм итеү осраҡтарының йыш осрауы ир-егеттәрҙе борсой. Бигерәк тә күптән түгел Шәрип ауылында бер ирҙең урманда айыу ташланыуынан һуң дауаханала вафат булыуы барыһын да һағайтмай ҡалмағандыр. Әммә ошоға тиклем йыртҡыс хайуандың юҡ ителмәүе ҙур һорау тыуҙыра. Был тәңгәлдә Зариф Байғусҡаров ҡануниәткә ярашлы, ҡыр хайуандарын атыуға рөхсәт биреү мәсьәләләрен ентекле аңлатҡандан һуң, 1 сентябрҙан һунарсылар өсөн яңы закондың индерелеүе хаҡында ла иҫкәртеп үтте. Шулай уҡ йәш ғаиәләләр йорт төҙөү өсөн ағас ала алмауы, хатта мунса яғыу өсөн утын алыуҙа ла төрлө “кәртә”ләргә юлығыуҙары хаҡында бәйән итте. Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи рәүештә йәки һауа торошона бәйле йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән ҡанун үҙ көсөнә инде. Был яңылыҡты халыҡ ҡыуанып ҡабул итте. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик кәртәһеҙ утын өсөн генә түгел, хужалыҡтағы башҡа эштәргә лә кәрәге тейерҙәй ағасты алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә, күп осраҡта халыҡ көтөп алған закондың эшләнмәүе асыҡланды. Киҫкә (валежник) йәғни, ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағасты алып ҡайтҡанда ла бысҡы, ағас тейәгән тракторың тартып алына һәм ҙур суммала штрафтар һалына тигән мөрәжәғәттәр ҙә булды. Был хәлгә, атап әйткәндә, ошо законды сығарыуҙа ҙур өлөш идергән Дәүләт Думаһы депутаты хатта аптырап ҡалды һәм хәлде ҡайтанан асыҡлауы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ депутат ҡоро ағасты түгел, ә фәҡәт киҫкә (валежникты) ғына алырға кәрәклеген иҫкәртте, иң мөһиме - ағастың нисек ҡолауын дәлилләгән фото төшөрөү кәрәклеген дә әйтте. Райондағы янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Ауылдарҙа элекке кеүек янғын машиналарының булмауы йәиһә төпкөл ауылдарға тиҙ арала янғын һүндереү машиналарының барып етмәүе сәбәпле, “ҡыҙыл әтәс”те ваҡытында ауыҙлыҡлай алмауҙары хаҡында ла ҙур үкенес менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса ла етди һорауҙар күтәрелде. Әгәр ҙә туғаны вафат булһа, район халҡына ҡышҡы ҡарлы буранда ла, йәйге селләлә лә 100 саҡрым алыҫлыҡтағы Белорет үҙәк район дауаханаһына үлем сәбәбен асыҡлау маҡсатында мәйетте моргка алып барырға тура килә. Бының өсөн уларға машина табыу проблемаһы ла өҫтәлә, уға киткән сығымдар ҙа ярайһы уҡ ҙур. Ошоға тиклем Асҡарҙа эшләп торған моргты кире ҡайтарыу бурысын йөкмәтте халыҡ үҙ депутатына. Үлем менән йәнәш булған тыуымға килгәндә, Әбйәлил ҡатындары юлдарҙа һелкенә-һелкәнә байтаҡ саҡрымдарҙы үтеп, бала табыу өсөн йәнә Белоретҡа йөрөүҙәре асыҡланды. Ә юлда табырға тура килһә, уның һөҙөмтәһе өсөн кем яуап бирәсәк, тигән һорауҙар ҙа яңғыраны. Барыһын да иң борсоған проблемаларының береһе – юлдар мәсьәләһе лә күтәрелде. Гусев – Айғырбатҡан, Йәнгел ауылы яҡтарындағы юл торошо, юлдарға ҡуйылған ҡыйыш-мыйыш билдәләр хаҡында ла ҡыйыу сығыштар яңғыраны. Әлбиттә, Әбйәлил районы ир-уҙамандарын район халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәлә – "Салауат" ятҡылығында баҡыр сығарыу буйынса карьер һәм тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү буйынса һорауҙар ҙа ситтә ҡалманы. Халыҡты эсәр һыуҙың бысраныуы, тәбиғәткә ҙур хәүеф тыуҙырасағы ныҡ борсой. Зариф Закир улы бар һорауҙарға ла аныҡ һәм аңлайышлы яуаптар ҡайтарҙы, хәлде дөрөҫ аңлап ҡабул итеү кәрәклеген бедерҙе. “Әлегә геологик тикшеренеүҙәр үткәреләсәк, бөгөндән үк уларҙың эштәрен күҙәтеп барған йәмәғәт комиссияһын төҙөргә, уның составына ауыл халҡы әүҙемселәрен, тейешле ведомство вәкилдәрен, ғалимдарҙы индереү зарур. Әгәр ҙә ниндәйҙер закон боҙоуҙар, тәбиғәткә зыян килтерерлек эштәр атҡарыла икән, уны ваҡытында тейешле органдарға хәбәр итергә кәрәк”, – тигән эшлекле тәҡдимдәр әйтте һәм бар яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе. Ғөмүмән, “Ирҙәр ҡоро” ысын мәғәнәһендә эшлекле шарттарҙа үтте һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡоролдо. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле лә. Бер олоно, бер кесенә тыңла, тип тә әйтелә. Әбйәлил ир-егеттәре үҙҙәренең ҡулдарына теҙгенде нығыраҡ тотоп, яуаплылыҡ тойоп, оло ҡорға йыйылып, һәр саҡ кәңәшләшеп эшләһә, артабан да райондың, халҡының киләсәге өсөн ыңғай һөҙөмтәләр булыр. Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында икәнен онотмаһаҡ ине. Әйткәндәй, сарала Әбйәлил районы “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһының яңы етәксеһе итеп Ишморат Шамил улы Әминев бер тауыштан һайланды. Яҡын арала һәр ауыл биләмәһендә лә “Ирҙәр ҡоро” һайланасаҡ һәм улар араһынан иң лайыҡтары райондың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы составына инәсәк. Автор фотолары.
Элек-электән халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе аҡһаҡалдар ҡоронда хәл иткәндәр, һәр ырыуҙың, ауылдың иң әүҙем ир-уҙамандары бергәләшеп йыйылыр булған. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында “Ирҙәр ҡоро” осрашыуы үтте. Билдәле булыуынса, 2021 йылда Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында беренсе “Ирҙәр ҡоро” форумы үтә. Унда республиканың күп балалы атайҙары, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән ир-егеттәр ҡатнаша. Форумда ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү уның төп бурыстары итеп ҡуйыла. Шул мәлдәрҙән күпселек район һәм ҡалаларҙа көслө затта