Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быйыл 1000 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ

2025 йылда Башҡортостанда 1000 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ, 8 километр юл реконструкцияланасаҡ, дөйөм оҙонлоғо 1700 погон метрлыҡ 24 күпер норматив хәлгә килтереләсәк. Шуларҙың 680 километр юлын һәм дөйөм оҙонлоғо 712 погон метрлыҡ 11 күпер ҡоролмаһын,— “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә. Был хаҡта транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Күп объекттарҙа эштәр башланған да инде. – Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский ҡалаһы янында 238 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы Ыҡ йылғаһы аша күпер үткәүелен реконструкциялау, Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы аша 745 погон метр оҙонлоҡтағы күперҙе ремонтлау кеүек ҙур объекттарҙа эштәр алып барыла. Шулай уҡ Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө, Өфө — Иглин — Красная Горка, М-5 “Урал» − Шишмә − Аксенов — Ҡырғыҙ-Миәкә, Өфө — Инйәр — Белорет һәм башҡа юлдарҙы ремонтлай башланылар, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Шулай уҡ быйыл Башҡортостанда тәү сираттағы исемлегенә индерелгән 195 километр юлды һәм 300 погон метр күперҙе һәм юл үткәргесте һәм баҡса ширҡәттәренә алып барыусы 25 километр юлды норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".