Июнь урталарында, ғәҙәттәгесә, ишек алдары, урамдар аҡҡа күмелә. Йомшаҡ ҡына күпереп ятҡан тирәк, тал мамығы ҡарап тороуға матур, ләкин күптәрҙә унан аллергия. Белгестәр әйтеүенсә, мамыҡ үҙе зыянлы түгел, әммә тирәк мамығы аллергиялы үләндәрҙең һеркәләрен үҙенә һеңдерә, шул рәүешле һиҙгер кешеләр өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Аллергияның беренсе билдәләре: танауға тымау төшкән һымаҡ сөскөртә, күҙ ҡыҙара, йәш аға, тән шешергә мөмкин. Ҡайһы бер балаларҙа аллергия арҡаһында йүтәл дә башлана. Астмалы кешеләр өсөн тирәк мамыҡ ҡойған осор айырыуса ҡурҡыныс. Аллергия билдәләре күҙәтелгәндә, табип менән кәңәшләшеп дауаланыу алымдарын билдәләргә кәрәк. Ғөмүмән, ауырыуҙы киҫәтеү өсөн, аллергологтар ағас мамыҡ ҡойған урындарҙа булмаҫҡа, эҫе, ҡоро көндәрдә өйҙән сыҡмай торорға ҡуша. Ямғырҙан һуң мамыҡ осоуы тыма, шул ваҡытта һауа һулап инһәң һәйбәт. Тәҙрә аша мамыҡ өйгә инмәһен өсөн, һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк. Форточкаларға махсус селтәр ҡуйыу файҙалы. Урамда йөрөп ингәндән һуң душ инеү,