Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районында "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты маҡсаттарына ярашлы" Имән сауҡалығы” (Дубовая Роща) туристик ял үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә. База биләмәһендә балалар өсөн спорт-патриотик лагерь эшләйәсәк, ул туризмды үҫтереүҙә һәм патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим элементҡа әйләнәсәк. Киләсәктә базала кемпинг асыу ҙа күҙаллана. Ул экотуризмды үҫтереүгә, тәбиғәткә ҡарата яуаплы ҡарашты популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк. – Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн “Имән сауҡалығы” туристик базаһын асыу ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, яңы эш урындары булдырыу эшһеҙлек кимәлен кәметәсәк, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрәсәк. Икенсенән, туристарҙы йәлеп итеү бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, был үҙ сиратында төбәктең иҡтисади базаһын нығытасаҡ. Мин был проекттың үҫеш перспективаларына оптимистик ҡараштамын һәм уның районыбыҙҙың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә мөһим өлөш булырына ышанам», — тине Ауырғазы ра