“Агростартап” грантына дәғүәселәрҙе һайлау буйынса конкурс комиссияһы Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһында иң күп балл йыйғандарҙы билдәләне, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте. Конкурс һайлауын 39 кеше үткән. Улар, тәҡдим иткән бизнес проектына ярашлы, 1,5 – 7 миллион һум аҡса аласаҡ. Дәүләт ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә бирелә. Был йүнәлеш буйынса бүленәсәк дөйөм сумма 175 миллион һум тәшкил итә – былтырғынан 17 процентҡа күберәк. – Республикала ауыл хужалығы күп тармаҡлы. Бәләкәй бизнестың үҙ бурыстары бар. Фермерҙарға, шул иҫәптән яңы эш башлағандарға ла, үҫеш өсөн йүнәлештәр күп. Әлеге конкурста грант отҡандарҙан проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын, һөҙөмтәле үҫеш көтәбеҙ, – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. “Агростартап” программаһы яңы эш башлаған фермерҙарға булышлыҡ ҡылыу һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ит һәм һөт малсылығы буйынса проекттарға – ете миллион һумға тиклем, башҡаларға биш миллионға ҡәҙәр грант бирелә. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Ул иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.