Найти в Дзене

Тотош команданың эш шарттарын яҡшыртҡан

Иглин үҙәк район дауаханаһына яңы операциялар яһау өҫтәле килтерелгән. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Заманса универсаль операциялар яһау өҫтәле - әмәлиәттәр атҡарыу һәм унан һуң пациенттарҙы тикшереү өсөн бик уңайлы әмәл. Ул табип һәм пациент өсөн бик уңайлы. Өҫтәүенә ундағы уңайлы матрас пациент өсөн яҡшы. - Был заманса ҡорамал пациенттарҙың үҙҙәре өсөн дә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу өсөн шәп. Уның функциялары күп, көйләү өсөн дә еңел. Медицина ҡорамалдарын яңыртыу – тотош командабыҙҙың эш шарттарын яҡшыртыу һәм хирургия ярҙамы сифатын күтәреү өсөн мөһим аҙым, - тип белдерҙе Иглин үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе Альфред Нәбиев. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.