Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән

Башҡортостанда “Бөтәһенә лә эш табыласаҡ!” девизы аҫтында йыл һайын уҙған эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ойошторолған күләмле сарала өс меңдән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл, студент, власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. – Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес йылдан-йыл тотороҡлораҡ үҫеш күрһәтә. Ағымдағы йылдың майында ғына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 146 меңдән ашҡан. Бындай сараларҙы үткәреүҙә бизнестың ҡатнашлығы республикабыҙ эшҡыуарҙарының үҫеш менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бының өсөн бөтә шарттар булдырасаҡбыҙ. Бергәләп Башҡортостанды эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн иң уңайлы төбәк итәсәкбеҙ, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Саралар үткәреү географияһы республиканың муниципаль берәмектәренә лә таралған. “Минең бизнесым

Башҡортостанда “Бөтәһенә лә эш табыласаҡ!” девизы аҫтында йыл һайын уҙған эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ойошторолған күләмле сарала өс меңдән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл, студент, власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. – Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес йылдан-йыл тотороҡлораҡ үҫеш күрһәтә. Ағымдағы йылдың майында ғына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 146 меңдән ашҡан. Бындай сараларҙы үткәреүҙә бизнестың ҡатнашлығы республикабыҙ эшҡыуарҙарының үҫеш менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бының өсөн бөтә шарттар булдырасаҡбыҙ. Бергәләп Башҡортостанды эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн иң уңайлы төбәк итәсәкбеҙ, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Саралар үткәреү географияһы республиканың муниципаль берәмектәренә лә таралған. “Минең бизнесым” үҙәге офистары эшҡыуарҙар һәм яңы бизнес-идеялар өсөн төп йәлеп итеү нөктәләре булып тора. Аҙна дауамында 100-ҙән ашыу халыҡ-ара, федераль һәм төбәк кимәлендәге спикерҙар һәм эксперттар ҡатнашлығында төрлө форматтағы 60-тан ашыу сара ойошторолдо. Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар мәғлүмәт һәм экологик хәүефһеҙлек, цифрлаштырыу, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә бизнесын үҫтереү, туристик тармаҡ һәм креатив индустриялар, бизнесты тарҡатыуҙа хәүеф һәм хоҡуҡи эҙемтәләр, дәүләт һатып алыуҙары мәсьәләләрен ҡараны. – Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашыу яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға уны башлау һәм уңышлы үҫтереү өсөн кәрәкле ҡиммәтле белем һәм күнекмәләр алыу мөмкинлеген бирә, ә бизнес өсөн — был яңы уҙаҡташтар эҙләү, бәйләнештәр селтәрен киңәйтеү һәм власть һәм ярҙам институттары менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу өсөн платформа, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә республиканың бизнес-берләшмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләкләнде. Шулай уҡ бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр асыусы тағыҙ хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Фото: pravitelstvorb.ru.