Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Инфрастуктура для жизни”) Нефтекама – Яңауыл юлын ремонтлауға тотондолар, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт министрлығы. Был трасса эргәһендә “Росинка”, “Бригантина”, “Орленок” тигән балалар һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан. Кувакино эргәһендәге 1,2 км оҙонлоғондағы учаскала фрезерлау эштәре башҡарылған, тигеҙләү ҡатламы һалынған. Подрядсы ойошма асфальт -бетон япманы яңыртыуҙы, юл ситтәрен нығытыуҙы, разметка эшләүҙе планлаштыра. -Нефтекама – Яңауыл трассаһы Башҡортостандың юл селтәренең нигеҙе. Яңауыл – Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһын тәшкил итә. Шуға ла был юлды яҡшы торошҡа килтереү мөһим, - ти Башҡортостандың Транспорт һәм Юл хужалығы министры Любовь Минакова. Нефтекама –Яңауыл юлында ремонтты быйыл йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” сайтынан.