"Йәшәйеш өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә быйыл илебеҙҙә 854 юл объектын тәртипкә килтерәсәктәр, был – 3000 километр юл тигән һүҙ. Юлдарҙың барыһы ла белем биреү учреждениеларына алып бара. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин әйтеүенсә, объекттарҙың күбеһе 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем тамамланасаҡ. Юлдар ныҡ һәйбәт буласаҡ, йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынасаҡ, улар яҡтыртыласаҡ. Бынан тыш ошо уңайлыҡтар мәктәп автобустарының хәрәкәтенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Алты йыл һуҙымында "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса бөтәһе мәктәп янында биш мең объект тәртипкә килтерелгән. Башҡортостанда ла был тәңгәлдә юлдар төҙөкләндерелгән (211, 5 километрҙан ашыу юл). Быйыл иһә планға ярашлы, 1000 километр юлға икенсе һулыш биреләсәк. Был йәһәттән Өфө ҡалаһында ла мәктәп тирәһендәге юлдар рәтләнә. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев һөйләүенсә, бөтә уй-ниәттәр ҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп тормошҡа ашырыла. Фото: Молодежная газета.