Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, 3 апрелдән 2 июнгә тиклем бөтәһе 10 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың етеһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, бер осраҡ - башҡа категориялы ерҙәрҙән, бер осраҡ - тәбиғәт факторҙарынан, бер осраҡ электр тапшырыу линияларынан сыҡҡан. Ут үткән майҙан 25,1 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Уҙған тәүлектә Бөрйән урмансылығында 0,15 гектар майҙанда бер урман янғыны теркәлгән. Утты һүндереүгә биш кеше һәм бер берәмек техника йәлеп ителгән. Быйыл 2 июндә ҡыҙыу нөктәләр һаны 5785 гектар майҙанда 233 осраҡҡа еткән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 2257 гектар майҙанда 181 ҡыҙыу нөктә булған. 2 июндә республикала 4 – 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана. – Иғтибар итегеҙ – был юғары класлы янғын хәүефе! Шуға ла урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе һорайбыҙ. Янғынды йәки урман эргәһендә ут сығыу осрағын күрһәгеҙ, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә - 8 (347) 218-14-14