Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2 июндән 8 июнгә тиклем Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Балаларҙың һаулығын һаҡлау – Рәсәй дәүләт сәйәсәтенең бала саҡ мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә төп бурыстарының береһе. 14 йәшкә тиклемге балаларҙың сәләмәтлегендә тәүге урындарҙы тын алыу ағзалары, аш һеңдереү, күҙ ауырыуҙары, имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙар алып тора. Шулай уҡ тышҡы сәбәптәр тәьҫире эҙемтәләре, нервы системаһы, һөйәк-мускул системаһы һәм тоташтырыусы туҡыма сирҙәре йыш осрай. Ауыр нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе асыҡлау өсөн пренаталь һәм неонаталь скринингтар үткәрелә. Улар сирҙәрҙе ваҡытында диагностикаларға һәм дауалай башларға ярҙам итә. Дәүләт тарафынан айырыуса һирәк осрай торған (орфан) сирҙәргә дусар балаларға ҙур иғтибар бирелә. Был сирҙәр иртә инвалидлыҡҡа һәм ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуға килтерә. Шулай уҡ үҫмерҙәр алкоголь, тәмәке тартыу, электрон сигареттар менән мауығыу арҡаһында сәләмәтлегенә зыян килтерә.Был хаҡта улар менән даими һөйләш