Найти в Дзене

Хәйбуллалар сәсәндәрҙе бер майҙанға йыя

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев бихисап боронғо йырҙарҙың уникаль варианттарын,башҡорт музыкаль фольклорының һирәк осраған өлгөләрен еткергән халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән, халыҡ-ара һәм республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты булараҡ билдәле. Арҙаҡлы шәхесте яҡташтары һәм вариҫтары онотмай, Мөхәмәтйән Абдулла улының исемен мәңгеләштереү һәм традицион башҡорт сәнғәтен үҫтереү маҡсатында 20 июндә Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында «Сәсән һүҙе нур сәсә» сәсәндәр һәм йыраусылар бәйгеһе дүртенсе тапҡыр ойоштороласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ул тәүге тапҡыр республика кимәлендә уҙасаҡ. Бының тураһында беҙгә район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, Хәйбулла районының халыҡ сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Миңзифа Ишемғолова мәғлүмәт бирҙе. —Мәртәбәле бәйге быйыл дүртенсе тапҡыр башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тыуған ауылы Һаҡмар-Наҙарғолда уҙғарыласаҡ. Тәүге ко

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев бихисап боронғо йырҙарҙың уникаль варианттарын,башҡорт музыкаль фольклорының һирәк осраған өлгөләрен еткергән халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән, халыҡ-ара һәм республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты булараҡ билдәле. Арҙаҡлы шәхесте яҡташтары һәм вариҫтары онотмай, Мөхәмәтйән Абдулла улының исемен мәңгеләштереү һәм традицион башҡорт сәнғәтен үҫтереү маҡсатында 20 июндә Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында «Сәсән һүҙе нур сәсә» сәсәндәр һәм йыраусылар бәйгеһе дүртенсе тапҡыр ойоштороласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ул тәүге тапҡыр республика кимәлендә уҙасаҡ. Бының тураһында беҙгә район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, Хәйбулла районының халыҡ сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Миңзифа Ишемғолова мәғлүмәт бирҙе. —Мәртәбәле бәйге быйыл дүртенсе тапҡыр башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тыуған ауылы Һаҡмар-Наҙарғолда уҙғарыласаҡ. Тәүге конкурста Камил Илембетов (Әбеш ауылы) Гран-Приға лайыҡ булды, икенсеһендә – Рәмил Ҡотдосов (Ғафури районы), ә өсөнсөһөндә Илдар Юнысов (Аҡъяр ауылы) еңеү яуланы. Быйылғы бәйге Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Быға тиклем конкурс төбәк-ара кимәлдә үткәрелһә, хәҙер ул тәүге тапҡыр республика кимәлендә һәм ике йәш категорияһында (16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк) ойоштороласаҡ. Күп яҡлы талант эйәһе Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев сәсән, йыраусы, ҡобайырсы, мөнәжәтсе, бәйетсе лә булды. Ошоға бәйле быйыл бәйгелә ике Гран-При буласаҡ – йыраусылар, оҙон көйҙәрҙе һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында һәм ҡобайырҙар, нәсихәттәр һәм мөнәжәттәр башҡарыусылар араһында. Бәйгеселәрҙе мәртәбәле баһалама ағзалары баһалаясаҡ. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов. Юлай Ишбулды улы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың яҡын дуҫы булған һәм уның тураһында «Хазина» телетапшырыуҙары әҙерләгән. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың репертуарынан бер эпос, бәйет әйтеү, оҙон көй, мөнәжәт, нәсихәт,ҡобайыр көйләү – бәйге шарттарының береһе булып тора. Сәсәндәр һәм йыраусыларҙы, Мөхәмәтйән Абдулла улының ижадын һөйөүселәрҙе «Сәсән һүҙе нур сәсә» республика бәйгеһендә көтөп ҡалабыҙ, — тине Миңзифа Ибраһим ҡыҙы. Конкурсҡа килегеҙ, ҡатнашығыҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"