🛵Һуңғы ваҡытта рулгә ултырған балалар ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Йәй етеү менән мототранспортта елдергән үҫмерҙәр тағы ла арта, уларҙың автомобиль менән идара итеү осраҡтары ла һирәк түгел.
Бәлиғ булмағандарҙың ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы 29 майҙан октябрь аҙағына тиклем "Рулгә ултырма, малай!" ("Не рули, малай") исемле социаль кампания иғлан итте.
- Беҙ балаларға руль артына ултырыуҙы тыябыҙ һәм атай-әсәйҙәрҙе лә ошо ҡарашта булырға саҡырабыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!
Йәйге каникулдар хәүефһеҙ үтһен!
- тип яҙҙы сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.