Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Закондың үтәлешенә һәр кем өлөш индерә ала

Бөгөн, 27 майҙа, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары менән бергә муниципалитеттарҙа эшләп килгән ошондай комиссияларҙың секретарҙары, шулай уҡ онлайн алымда ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты. Сараның тәүге өлөшөндә ошо көндәрҙә һынау үтеп бөтөп, эш башлаған “Баштәржемә” автоматик мәғлүмәти система менән таныштырҙылар. Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин уны ҡулланыу үҙенсәлектәре тураһында ентекле аңлатты. Белеүебеҙсә, был программа ярҙамында муниципалитеттар, учреждение һәм ойошмалар, шулай уҡ ябай кешеләр төрлө алтаҡтаҡталарҙы, атамаларҙы һәм башҡа рәсми текстарҙы дөрөҫ итеп тәржемә иттереп алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо уҡ уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина системала эшләйәсәк эксперттарҙы һайлап алыу нескәлектәре, уларға ҡарата ҡуйылған талаптар, эш үҙенсәлектәре тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, ҡайһы бер талаптар: “Баштәржемә”лә эшләргә теләгән, йәғни төрлө ойошма һәм учреждениеларҙан, эшҡыуарҙарҙан килгән алтаҡталарҙы, эш ҡағыҙҙары өлгөләрен тәржемә итәсәк эксперт мотлаҡ ике телде лә – башҡорт һәм рус телдәрен камил белергә, тест һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә, һайлап алыу турын үтергә тейеш. Сара барышында “Баштәржемә” автоматик мәғлүмәти системаһы менән яҡындан танышып, теркәлеп, эш башлау, уны киңерәк танытыу зарурлығы әйтелде. Киңәйтелгән ултырыштың эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев та ҡатнашты. Ул республиканың район һәм ҡалаларында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу йәһәтенән алып барылған эштәр, хаталы яҙыуҙарҙы төҙәтеү һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды. Әйтергә кәрәк, был эш эҙмә-эҙлекле алып барыла һәм республикала йәшәгән һәр милләттең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәргә юлдар аса. Сара барышында Өфө районында һәм Нефтекама ҡалаһында алып барылған эштәргә байҡау яһалды, етешһеҙлектәр, хәл итәһе проблемалар күрһәтелде. БР Дәүләт Йыйылылыш – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙған күсмә сараларға тағы берҙе әйләнеп ҡайтты (был хаҡта элекке ултырышта ла һүҙ булғайны – автор). Ул ошо төбәктәрҙә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. – Стәрлетамаҡ ҡалаһында ыңғай үҙгәрештәр, хаталарҙы төҙәтеү күҙгә ташланды, ә бына Салауат ҡалаһында билдәләнгән етешһеҙлектәр шул көйө ҡалған тиерлек. Мәҫәлән, ҡала транспортында, иҫкәрмә яһалғандан һуң да, туҡталыштарҙы башҡортса иғлан итмәйҙәр. – тине Айбулат Вәкил улы. Ул шулай уҡ Өфө тимер юл вокзалында ла был мәсьәләнең асыҡ ҡалыуын әйтте. "Диалог төбәк" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Ильяс Сәғитов “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” чат-боты тураһында һөйләне. Уның ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем алтаҡталарҙа, юл күрһәткестәрендә, урамдарҙың һәм туҡталыштарҙың атамаларында ебәрелгән хаталар тураһында хәбәр ебәрә ала. Әлегәсә чат-ботҡа 50 тирәһе хаталы алтаҡта тураһында хәбәр ебәрелеп, улар буйынса тейешле саралар күрелгән. Урал Таһир улы Килсенбаев был эште йәнләндерергә, “Баштәржемә” автоматик мәғлүмәти системаһы һәм “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” чат-боты тураһында мәғлүмәтте мөмкин тиклем нығыраҡ таратырға, был башланғыстарҙың мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланырға саҡырҙы, сөнки улар ярҙамында теләге булған һәр кем тел тураһындағы закондың үтәлешенә үҙ өлөшөн индерә ала. Фотолар: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.