Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Атай менән ул бер юлы дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән атай менән ул дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙә алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡыйыулыҡтары менән танылған яҡташтары менән ғорурланыуын белдергән. Алғы һыҙыҡтағы атай “Батя”, ә улы “Сына” позывнойын алған. Район етәксеһе “Батя”ға Батырлыҡ орденын тапшырған. Ә улы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Батырҙарҙы юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу льгота ҡаралған. Фото:Руслан Ғиләжетдиновтың социаль селтәрҙәге битенән