Башҡортостандың Юғары суды Сибай ҡала хакимиәтенең элекке башлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының элекке етәксеһе, “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Афзаловҡа ҡарата енәйәт эше буйынса Сибай ҡала судының хөкөмөн үҙгәртте. Ул вәкәләттәрен арттырыу тураһында ике эпизод буйынса ла аҡланды, уның эшендә енәйәт составы булмау сәбәпле эш туҡтатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән. – Сибай ҡала судының Рөстәм Афзаловҡа ҡарата хөкөм ҡарары ғәмәлдән сығарылды, РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған ике енәйәт составы булмау сәбәпле, енәйәт эше туҡтатылды. Рөстәм Афзаловтың реабилитацияға хоҡуғы танылған, – тип билдәләнеләр судта. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рөстәм Афзаловҡа һәм Башҡортостандың транспорт министры урынбаҫары Виктор Жульковҡа ҡаршы эш ҡуҙғатылыуы тураһында 2022 йылдың сентябрендә билдәле булды. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 2021 – 2022 йылдарҙа эш фигуранттары кон