Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 31 майҙа үтәсәк Бөтә донъя Тәмәкенән баш тартыу көнөнә ҡарата 26 майҙан 1 июнгә тиклем Тәмәкенән баш тартыу аҙнаһы иғлан итте. Рәсми статистиканан күренеүенсә, граждандарҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте йылдарында илдә тәмәке тартыусылар һаны кәмей төштө. Әммә уның урынын башҡа зарарлы продукция ныҡышмалы рәүештә яулай бара, тип билдәләй тикшеренеүселәр. Вейптар, электрон сигареттар, кальяндар һәм төтөнһөҙ тәмәке кеүек никотинлы продукттарҙы ҡулланыусылар һаны йылдан-йыл арта. Күптәр уларҙың һаулыҡҡа килтергән зыяны, сирҙәргә юлыҡтырыуы, бәйлелек тыуҙырыуы хаҡында белеп тә бөтмәй. Өҫтәүенә тәмәке компаниялары тарафынан агрессив рәүештә ойошторолған маркетинг быға булышлыҡ итә, тәү сиратта ул үҫмерҙәргә һәм йәштәргә йүнәлтелгән булыуы менән хәүефле. Никотинлы продукция организмға тәмәке кеүек үк зыян килтерә, ә уларҙың зарарһыҙ булыуы тураһындағы уйҙырма тәмәке индустрияһының яҡшы планлаштырылған эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Тәм