“Башҡортостан” дәүләт концерт залының 57 йәшлек директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллинды һаҡ аҫтына алыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уға ҡарата "Вазифа вәкәләттәрен арттырыу” статьяһы буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 – 2022 йылдарҙа “Башҡортостан” концерт залы директоры, үҙенең хеҙмәт урынын файҙаланып, ҡул аҫтындағыларға юғары күләмдә матди ярҙамды законһыҙ иҫәпләү тураһында күрһәтмәләр бирә, уның бер өлөшөн уға тапшырыуҙы талап итә. Һуңынан ул алған сумманы үҙ ҡарамағы буйынса тотона. Һүҙ 200 мең һум самаһы хаҡында бара. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе 2023 йылдың октябрендә һатып алыуҙар үткәреү тәртибе тураһында ҡануниәтте боҙоп, II Бөтә Рәсәй “Геройҙар ваҡыты" асыҡ йыр конкурсы өсөн концерт майҙансығын әҙерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү төҙөүҙә конкурс процедураларын урап үтеп, 33 миллион һумдан ашыу суммаға аффилирланған шәхси эшҡыуар менән килешеү төҙөй, һөҙөмтәлә республика бюджетына 9,8 миллион һумдан ашыу зыян килтерелә. Законһыҙ факттар Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм республика Федераль именлек хеҙмәте оператив хеҙмәткәрҙәренең берлектәге эше барышында асыҡланған. Өфөнөң Совет район суды уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайланы. Әле ғәйепләнеүсенең эш һәм йәшәү урыны буйынса тентеүҙәр үткәрелә, енәйәт эшен тикшереү өсөн әһәмиәтле булған әйберҙәр һәм документтар тартып алына. Тәфтишселәр эш буйынса дәлилдәр базаһын йыйыуҙы дауам итә. Фото: Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идарлығынан.