Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Илһөйәрлек тойғоһо эшҡыуарҙарға ла ят түгел

Өфөлә Тинькофф Холлдың «Колизео» концерт залы майҙансығында Эшҡыуарлыҡ аҙналығының беренсе көнө сиктәрендә «И поет мне в землянке гармонь...» хәйриә музыкаль кисәһе үтте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сарала Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, республиканың эшлекле һәм бизнес берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәләмләү һүҙендә билдәләнеүенсә, ил өсөн киҫкен мәлдәрҙә төбәк халҡы Тыуған илен яҡлап сыҡты. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Башҡортостанда тыуып үҫкән 229 кеше Советтар Союзы Геройы булып танылды. Һуңынан тағы алты кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды, ә 47 кеше Дан ордендарының тулы кавалеры булып танылды. – Беҙҙең көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 13 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды, – тип өҫтәне Андрей Назаров. Хөкүмәт рәйесе Башҡортостан эшҡыуарҙарының гуманитар конвойҙар ойоштороу барышынд

Өфөлә Тинькофф Холлдың «Колизео» концерт залы майҙансығында Эшҡыуарлыҡ аҙналығының беренсе көнө сиктәрендә «И поет мне в землянке гармонь...» хәйриә музыкаль кисәһе үтте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сарала Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, республиканың эшлекле һәм бизнес берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәләмләү һүҙендә билдәләнеүенсә, ил өсөн киҫкен мәлдәрҙә төбәк халҡы Тыуған илен яҡлап сыҡты. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Башҡортостанда тыуып үҫкән 229 кеше Советтар Союзы Геройы булып танылды. Һуңынан тағы алты кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды, ә 47 кеше Дан ордендарының тулы кавалеры булып танылды. – Беҙҙең көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 13 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды, – тип өҫтәне Андрей Назаров. Хөкүмәт рәйесе Башҡортостан эшҡыуарҙарының гуманитар конвойҙар ойоштороу барышында күрһәткән ярҙамын билдәләне. Мәҫәлән, төбәктең бизнес-берләшмәһендә ҡатнашыусылар хәрбиҙәр һәм зыян күргән тыныс халыҡ өсөн ҡорамалдар, медикаменттар һәм тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр һатып алыуҙы финанслай, хәйриә фондтары булдыра. «И поет мне в землянке гармонь...» хәйриә музыкаль кисәһе сиктәрендә лә аукцион үтеп, уның килеме МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм зыян күргән төбәктәрҙә йәшәүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Башҡортостан Министрҙар кабинеты етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең 43 төрлө төбәк сараһы ғәмәлдә. Яугирҙарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу өсөн лизинг ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус программа әҙерләнгән, ул түбән ставкалы микрозаймдарҙы күҙ уңында тота. Төбәк гарантия фонды льготалы ставкалы поручителлек практикаһын индерә, ә «Минең бизнесым» үҙәге остазлыҡ механизмын булдырған. Сығышы аҙағында Андрей Назаров хәйриә музыкаль кисәһендә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотланы һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru