Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Талант өсөн ярты миллион һум бирәләр

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә ғариза бирә ала. Премия ике йылға бер тапҡыр бирелә. 2023, 2024 йылдар өсөн премияға дәғүә итеүгә конкурс материалдарын Башҡортостандың Йәштәр министрлығы ҡабул итә башланы. Кемдәр ҡатнаша ала? Йәш яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, музыканттар, артистар, архитекторҙар һәм ижади коллективтар (биш кешегә тиклем). Ҡатнашыусыларҙың йәше: 16-35 йәш. Наградалар - 500 000 һумлыҡ өс премия: нәфис әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография, кинематография, архитектура өлкәһендә. Нисек ғариза бирергә? Документтар 2025 йылдың 1 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2 адресы буйынса ҡабул ителә, 411-се бүлмә (БР Йәштәр министрлығы). Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс тураһында положение: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/ Премия 1995 йылда башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм республиканың йәш талант

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә ғариза бирә ала. Премия ике йылға бер тапҡыр бирелә. 2023, 2024 йылдар өсөн премияға дәғүә итеүгә конкурс материалдарын Башҡортостандың Йәштәр министрлығы ҡабул итә башланы. Кемдәр ҡатнаша ала? Йәш яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, музыканттар, артистар, архитекторҙар һәм ижади коллективтар (биш кешегә тиклем). Ҡатнашыусыларҙың йәше: 16-35 йәш. Наградалар - 500 000 һумлыҡ өс премия: нәфис әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография, кинематография, архитектура өлкәһендә. Нисек ғариза бирергә? Документтар 2025 йылдың 1 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2 адресы буйынса ҡабул ителә, 411-се бүлмә (БР Йәштәр министрлығы). Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс тураһында положение: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/ Премия 1995 йылда башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм республиканың йәш таланттарына ярҙам итә. Фото: Өфө Ҡала советы. Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-23/polmilliona-na-talant-v-bashkirii-ischut-luchshih-molodyh-deyateley-kultury-4248224