Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

🪐Йондоҙнамә (26.05-01.06

🪐Йондоҙнамә (26.05-01.06): 📌Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был аҙна тыныс һәм уңышлы үтер тыныс һәм уңышлы көндәр. Планлаштырған эштәрҙе ашыҡмай ғына башҡарығыҙ. Тәжрибәле булыуығыҙ һеҙҙе яңылышлыҡтарҙан, хаталарҙан ҡурсалар. Шаршамбыла аҡса менән һаҡ эш итегеҙ. 📌Һыуғояр (21.01 – 19.02) Һеҙҙең өсөн иң яҡшы аҙналарҙың береһе башланды. Яңы эш, йәки ҡасандыр ташлап ҡуйған эшегеҙгә тотонорһоғоҙ. Шишәмбелә тиҙ ҡарар ҡабул итергә тура килер. Кесе йомала мөһим һөйләшеү булыр. 📌Балыҡ (20.02 – 20.03) Һеҙгә кеше араһында күп йөрөргә тура килер. Үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә алырһығыҙ. Башҡалар араһында бер ни тиклем дәрәжәгеҙ артыр, һеҙҙең һүҙҙәргә ҡолаҡ һалырҙар. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Был аҙнала эшегеҙ күп булыр, йыш ҡына йомош менән башҡалар ҙа мөрәжәғәт итер. Кесе йомала өмөтлө һөйләшеүҙәр булыр. Йомала көтөлмәгән кешенән бүләк алырһығыҙ.

🪐Йондоҙнамә (26.05-01.06):

📌Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был аҙна тыныс һәм уңышлы үтер тыныс һәм уңышлы көндәр. Планлаштырған эштәрҙе ашыҡмай ғына башҡарығыҙ. Тәжрибәле булыуығыҙ һеҙҙе яңылышлыҡтарҙан, хаталарҙан ҡурсалар. Шаршамбыла аҡса менән һаҡ эш итегеҙ.

📌Һыуғояр (21.01 – 19.02) Һеҙҙең өсөн иң яҡшы аҙналарҙың береһе башланды. Яңы эш, йәки ҡасандыр ташлап ҡуйған эшегеҙгә тотонорһоғоҙ. Шишәмбелә тиҙ ҡарар ҡабул итергә тура килер. Кесе йомала мөһим һөйләшеү булыр.

📌Балыҡ (20.02 – 20.03) Һеҙгә кеше араһында күп йөрөргә тура килер. Үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә алырһығыҙ. Башҡалар араһында бер ни тиклем дәрәжәгеҙ артыр, һеҙҙең һүҙҙәргә ҡолаҡ һалырҙар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Был аҙнала эшегеҙ күп булыр, йыш ҡына йомош менән башҡалар ҙа мөрәжәғәт итер. Кесе йомала өмөтлө һөйләшеүҙәр булыр. Йомала көтөлмәгән кешенән бүләк алырһығыҙ.