Найти в Дзене

Ата-әсәһенә картуф ултыртышырға ҡайтып барған...

Бөгөн иртә менән Өфө янында бик ҡурҡыныс авария була. Еңел автомобиль М-5 трассаһында, Бурцев ауылына боролған урында юл ситендә торған фура аҫтына барып инә. Көслө бәрелештән һуң машина яна башлай, һөҙөмтәлә унан бер нимә лә тороп ҡалмай. Урынға килгән ҡотҡарыусылар һәм белгестәр эсендәге кешенең шәхесен генә түгел, хатта машинаның ниндәй маркала булғанын да асыҡламай алмай. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлай. Һуңғараҡ егеттең шәхесе асыҡлана. Был турала ufa1news баҫмаһы яҙа. Водителгә ни бары 27 йәш булған. Туғандары әйтеүенсә, ул сығышы менән Нуриман районынан, ә һуңғы ваҡытта Благовещендә эшләгән һәм йәшәгән. Уның үҙенең ғаиләһе булмаған. Ә бына атаһы менән әсәһе улын юғалтҡан – иртән уларға полициянан шылтыратып улының һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. – Атаһы авария урынына барып ҡараны, улынан бер нимә лә ҡалмаған, әйтерһең, ул юҡҡа сыҡҡан. Машинаның өлөшө генә ҡалған. Ҡурҡыныс төш кеүек. Аллам һаҡлаһын бындай бәләнән, – тигән туған кешеһе. Егет ата-әсәһенә

Бөгөн иртә менән Өфө янында бик ҡурҡыныс авария була. Еңел автомобиль М-5 трассаһында, Бурцев ауылына боролған урында юл ситендә торған фура аҫтына барып инә. Көслө бәрелештән һуң машина яна башлай, һөҙөмтәлә унан бер нимә лә тороп ҡалмай. Урынға килгән ҡотҡарыусылар һәм белгестәр эсендәге кешенең шәхесен генә түгел, хатта машинаның ниндәй маркала булғанын да асыҡламай алмай. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлай. Һуңғараҡ егеттең шәхесе асыҡлана. Был турала ufa1news баҫмаһы яҙа. Водителгә ни бары 27 йәш булған. Туғандары әйтеүенсә, ул сығышы менән Нуриман районынан, ә һуңғы ваҡытта Благовещендә эшләгән һәм йәшәгән. Уның үҙенең ғаиләһе булмаған. Ә бына атаһы менән әсәһе улын юғалтҡан – иртән уларға полициянан шылтыратып улының һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. – Атаһы авария урынына барып ҡараны, улынан бер нимә лә ҡалмаған, әйтерһең, ул юҡҡа сыҡҡан. Машинаның өлөшө генә ҡалған. Ҡурҡыныс төш кеүек. Аллам һаҡлаһын бындай бәләнән, – тигән туған кешеһе. Егет ата-әсәһенә картуф ултыртышырға ҡайтып барған... Фото: ГАИ.