Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Zainetdin башҡа йырламаясаҡмы?..

"Zainetdin тамам... Өфөләге 13 шәхсән, илебеҙ һәм БДБ илдәре буйлап бер меңгә яҡын концертымды, федераль кимәлдәге төрлө фестивалдәрҙә һәм сараларҙа йөҙҙәрсә мең тыңлаусымды артта ҡалдырам. Мин был ишекте ябып, артабан атларға ҡарар иттем. Ошо ишек аша тоғро тыңлаусыларымдың алҡыштары ишетелһә лә... Мин 2027 йылға тиклем ҙур ижади отпускыға китәм. Республика биләмәһендә концерт эшмәкәрлегемде паузаға ҡуям. Үҙемде тағы ла, 2016 йылдағы кеүек, һынап ҡарарға теләйем. Тап шунда Zainetdin этно-шоу проекты старт алғайны. Ул ваҡытта минең бер нәмәм дә юҡ ине һәм шул уҡ ваҡытта минең бөтә нәмәм дә бар ине!.. Мин үҙемде тағы ла нығыраҡ һынап ҡарарға һәм үҙем өсөн тағы ла юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелергә әҙер тип тоям", - тип яҙған ул социаль селтәрҙәрҙә. Әйткәндәй, тиҙҙән Өфөлә йырсының хушлашыу концерты үтәсәк. Ни генә булһа ла, Зәйнетдинға уңыштар теләп ҡалабыҙ! Фото: "Ҡурай-Тв" төркөмө.