Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Монголия баҙарына сыҡтыҡ

Өфөлә етештерелгән “Микориза. Жидкая БашИнком” микробиологик препаратының тәүге партияһы Монголияға оҙатылды. Төбәктең тышҡы сауҙа бәйләнештәренең киңәйеүе “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный прокт “Международная кооперация и экспорт”) милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Был микробиология ашламаһы сәсеү алдынан орлоҡто эшкәртеүгә тәғәйенләнгән. Уны Өфөлә “БашИнком” предприятиеһында етештерәләр. Сил илгә сығарыр алдынан бөтә тауарҙы Росельхознадзорға ҡараған аккредитацияланған лабораторияла тикшерәләр. Ул импортер илдең барлыҡ талаптарына ла яуап бирә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты Ватаныбыҙ компанияларына ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.