26-30 майҙа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) Рәсәй Эшҡыуарлығы көнөнә арналған “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” үтә. Уның сиктәрендә 60 сара планлаштырылған. Уларҙа 100-ҙән ашыу спикер һәм эксперт ҡатнаша. Был саралар баш ҡалала һәм республикабыҙ муниципалитеттарында үтәсәк. -Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы 1999 йылдан алып уҙғарыла. Был - бизнесты алып барыу, республика иҡтисадын үҫтереүҙә власть һәм йәмғиәттең көсөн берләштереү өсөн уникаль мөмкинлек. Күләмле форумда ҡатнашыуға барыһын да саҡырабыҙ. Был сара үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу, башланғыстарҙы алға әйҙәү майҙансығы буласаҡ, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.