Найти в Дзене

“Шүлгәнташ” музейында симпозиум уҙа

“Шүлгәнташ” музейында “Донъя мәҙәни мираҫы контексында ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт” тип исемләнгән симпозиум башланды. Унда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса дәүләт органдары вәкилдәре, профилле ойошмалар етәкселәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр, ҡаяға төшөрөү сәнғәте тикшеренеүселәре, Рәсәйҙән, Азербайжандан, Монголиянан, Ҡытайҙан, һиндостандан, Кубанан һәйкәлдәрҙе музеефикациялау буйынса белгестәр ҡатнаша. ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташты индереү алдынан уҙғарылған ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр һәйкәлдәрен музеефикациялауға арналған 7-се халыҡ-ара форум был. Быйыл симпозиум Шүлгәнташ мәмерйәһен документлаштырыу инициаторы Екатерина Дэвлеттың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналды. Республиканың мәҙәни мираҫ күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры билдәләүенсә, тап Екатерина Дэвлет мәмерйәне документациялау эштәренең инициаторы була. Мәмерйә стеналарында мультиспектр төшөрөү проектын ҡулланыу быға тиклем билдәле булмаған боронғо һүрәт

“Шүлгәнташ” музейында “Донъя мәҙәни мираҫы контексында ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт” тип исемләнгән симпозиум башланды. Унда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса дәүләт органдары вәкилдәре, профилле ойошмалар етәкселәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр, ҡаяға төшөрөү сәнғәте тикшеренеүселәре, Рәсәйҙән, Азербайжандан, Монголиянан, Ҡытайҙан, һиндостандан, Кубанан һәйкәлдәрҙе музеефикациялау буйынса белгестәр ҡатнаша. ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташты индереү алдынан уҙғарылған ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр һәйкәлдәрен музеефикациялауға арналған 7-се халыҡ-ара форум был. Быйыл симпозиум Шүлгәнташ мәмерйәһен документлаштырыу инициаторы Екатерина Дэвлеттың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналды. Республиканың мәҙәни мираҫ күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры билдәләүенсә, тап Екатерина Дэвлет мәмерйәне документациялау эштәренең инициаторы була. Мәмерйә стеналарында мультиспектр төшөрөү проектын ҡулланыу быға тиклем билдәле булмаған боронғо һүрәттәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә. Халыҡ-ара симпозиум “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының археология институтының палеосәнғәт үҙәге тарафынан, башҡа ойошмаларҙың ярҙамы менән ойошторолған. Фото: музейҙың ВК-лағы сәхифәһенән.