Салауат ҡалаһы хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугиргә ҡул менән идара ителеүсе транспорт сараһы водителе танытмаһын тапшырҙылар. Әсҡәт Ғибатуллин 2023 йылда Ватан һағына баҫа. Тәүҙә снаряд ярсығынан яралана, аҙаҡ ике аяғынан да яҙа. –Һигеҙ ай буйына Петербург дауаханаһында протездар әҙерләнгәнен көтөп яттым.Аҙаҡ өс ай реабилитацияла булдым, яңынан йөрөргә өйрәндем, – ти ул. – Өйгә ҡайтҡас, ғаилә ҡорорға ҡарар иттем, эшкә урынлашып, ғәҙәти тормош менән йәшәге килә. Тик аяҡтарымды юғалтҡандан һуң хәрәкәт итеү ҡатмарланды. Автомобиль алыу тормошомдо яҡшыртасаҡ, күп проблемаларҙы хәл итәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт тарафынан тағы ла бер социаль ярҙам сараһы ҡаралған – белем алыуға номиналы 50 мең һумға тиклем социаль сертификат тапшырыу. –Әсҡәт Ғибатуллин – ҡалала ошо ярҙам сараһынан беренсе булып файҙаланған һәм уҡыуҙы тамамлағандан һуң водитель танытмаһын алған тәүге яугир, – тине Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Салауат ҡалаһындағы филиалы