Бөрйәндән Фәрзәт Ҡаһарманов яҙа: "Уҡыусыларҙың тулҡынланып көткән "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы һәм һабантуй байрамдары яҡынлашты. Йыл да балаларҙың һабантуйы йылға арьяғында урынлашҡан стадионда үтә торғайны.Тик баҫма һалыу өсөн, быйылғы яҙҙың йыш яуып торған ямғырҙары сәбәпле, Үҙән йылғаһы һаман да тәрәнерәк, һыу ҡайтырға уйламай ҙа. Балалар, бигерәк тә сығарылыш уҡыусылары һабантуйҙы яратҡан стадионда үткәрә алмаҫбыҙ тип ҡайғырғайны. Балаларҙың ялын хәстәрләп, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре, өлкән класс егеттәре һәм 5-се округ ир-аттары, йылғаның тәрән һәм һалҡын булыуына ҡарап тормай, баҫма эшләп ҡуйҙы. Төҙөлөш материалдары менән эшҡыуарҙар тәьмин иттеләр - Хисамитдинов Илшат һәм Батыров Рәдиф 40мм, 50мм ҡалынлыҡтағы таҡталар бирһә, Шәмиғолов Йыһанур баҫма терәүҙәре (козла) өсөн ағас бирҙе. Хәҙер балалар ағайҙарына рәхмәттәр әйтеп, ҡыуанышып байрам итерҙәр". Афариндар! Фото: Ф. Ҡаһарманов.
Бөрйән ирҙәрен нимә һыуыҡ һыуға төшөргә мәжбүр иткән?
23 мая 202523 мая 2025
~1 мин