Найти в Дзене

Сыңлай "Һуңғы ҡыңғырау"!

Бөгөн, 24 майҙа, республика мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтә. Быйыл Башҡортостанда IX класты – 50 меңдән ашыу, XI класты 15,5 мең егет һәм ҡыҙ тамамлай. Һеҙ фотоһүрәттә (1-се фото) күргән һомғол буйлы егеттәр менән сәскә кеүек ҡыҙ ҙа быйыл урта белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Данир Сайтаков Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй һәм ошондағы мәктәптә уҡый. Егет рус теле, профилле математика һәм информатика фәндәренән БДИ тапшырырға әҙерләнә. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инергә ниәтләй. “Дизайнерлыҡ, айырыуса ландшафт өлкәһенә ҡағылышлы эштәр ҡыҙыҡлы тойола, һөнәрҙе лә ошо йүнәлештә һайларға уйлайым”, – ти Данир. Әйткәндәй, был шәп егет редакциябыҙ хеҙмәткәре Миләүшә Сайтакованың улы була. Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының XI “А” класы уҡыусылары Анастасия Григорьева менән Рим Ҡадаев – уҡыу алдынғылары. Бөрйән ҡыҙы Настя башҡорт телен һыу кеүек эсә. Апрель айында Таулы Алтайҙа үткән туған тел

Бөгөн, 24 майҙа, республика мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтә. Быйыл Башҡортостанда IX класты – 50 меңдән ашыу, XI класты 15,5 мең егет һәм ҡыҙ тамамлай. Һеҙ фотоһүрәттә (1-се фото) күргән һомғол буйлы егеттәр менән сәскә кеүек ҡыҙ ҙа быйыл урта белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Данир Сайтаков Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй һәм ошондағы мәктәптә уҡый. Егет рус теле, профилле математика һәм информатика фәндәренән БДИ тапшырырға әҙерләнә. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инергә ниәтләй. “Дизайнерлыҡ, айырыуса ландшафт өлкәһенә ҡағылышлы эштәр ҡыҙыҡлы тойола, һөнәрҙе лә ошо йүнәлештә һайларға уйлайым”, – ти Данир. Әйткәндәй, был шәп егет редакциябыҙ хеҙмәткәре Миләүшә Сайтакованың улы була. Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының XI “А” класы уҡыусылары Анастасия Григорьева менән Рим Ҡадаев – уҡыу алдынғылары. Бөрйән ҡыҙы Настя башҡорт телен һыу кеүек эсә. Апрель айында Таулы Алтайҙа үткән туған телдәр олимпиадаһында еңеү яулап ҡайтҡан. – Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса Төбәк-ара олимпиадала Бүрәт, Саха (Яҡут), Татарстан, Башҡортостан, Тыва, Хакасия, Алтай Республикаһынан 30 уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ның 11-се “Б” класы уҡыусыһы Анастасия Григорьева "Урал батыр" башҡорт эпосы нигеҙендә интерактив уйындар" ижади проекты менән сығыш яһаны. Уҡыусыбыҙҙың проекты жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Анастасия бөтә этаптарҙы ла уңышлы үтеп, II дәрәжәле Дипломға лайыҡ булып ҡайтты, – ти ҡыҙҙың уҡытыусыһы Римма Тимербулатова. Киләсәктә Анастасия Григорьева иҡтисад, дәүләт идаралығы өлкәһен һайларға уйлай. Уның класташы Рим Ҡадаев – Хәйбулла районының Үрнәк ауылынан. Ул – гимназия-интернат тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егет. “Беренсе” командаһы ағзаһы. Әйткәндәй, был команда Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр берләшмәләре фестивалендә 2-се урын яулаған. Рим дә иҡтисад йүнәлешендәге вузға инеү тураһында хыяллана. “Берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлы әҙерләндек, артыҡ ҡурҡыу юҡ, ә бына дуҫтар менән айырылышыу тураһында уйлаһаң, әле үк моңһоу булып китә”, – ти егет. Алсаҡ, рухлы, матур итеп башҡортса һөйләшкән йәштәргә ҡарап, күңел ҡыуанынды. Аҡ юлдар һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар! Киләсәгегеҙ яҡты булһын, хыялдарығыҙҙы ысынбарлыҡ итеп йәшәргә яҙһын! P.S. "Башҡортостан" гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар дауамында матур традиция йәшәп килә: йыл һайын Белем көнө һәм "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы уңайынан редакция хеҙмәткәрҙәренең балалары тураһында гәзиттә йылы мәҡәлә һәм уларҙың матур фотоһүрәте донъя күрә. Был ул һәм ҡыҙҙарыбыҙға ҙур тормошҡа фатиха кеүек тә ҡабул ителә. Бөгөнгө фотоларҙа ла һеҙ төрлө йылдарҙа урта мәктәпте тамамлаған "редакция балаларын" күрәһегеҙ. Шуныһы ҡыуандыра: уларҙың барыһы ла тормош юлынан лайыҡлы атлай, кемдәрелер һөнәре буйынса эшләй, икенселәре әлегә, студент булараҡ, белем үрҙәрен яулай. Айрат Нурмөхәмәтов һәм Нәсих Хәлисов фотолары.