Найти в Дзене

"Профессионалитет" федераль проекты кластерҙары асыу хаҡында килешеү төҙөлдө

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында 2026 йылда «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә асыласаҡ урта һөнәри белем биреү системаһы кластерҙарында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Документтарға ҡул ҡуйыуҙа Мәғариф һәм фән министрлығы, Сәнәғәт министрлығы, Төҙөлөш министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, шулай уҡ республиканың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Килешеүҙәр яҡтарҙың урта звено белгестәрен әҙерләгән белем биреү учреждениеларын һәм сәнәғәт предприятиеларын берләштереү юлы менән урта һөнәри белем биреү системаһы кластерҙарын булдырыуға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Был "Профессионалитет"федераль проекты сиктәрендә кадрҙарҙы профессиональ әҙерләү маҡсатында эшләнә. Һигеҙ урта һөнәри белем биреү кластеры «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда түбәндәге тармаҡтар буйынса үҙ ишектәрен асасаҡ: «Яғыулыҡ-энергетика комплексы», «Төҙөлөш тармағы», «Тау-байыҡ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында 2026 йылда «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә асыласаҡ урта һөнәри белем биреү системаһы кластерҙарында ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Документтарға ҡул ҡуйыуҙа Мәғариф һәм фән министрлығы, Сәнәғәт министрлығы, Төҙөлөш министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, шулай уҡ республиканың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Килешеүҙәр яҡтарҙың урта звено белгестәрен әҙерләгән белем биреү учреждениеларын һәм сәнәғәт предприятиеларын берләштереү юлы менән урта һөнәри белем биреү системаһы кластерҙарын булдырыуға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Был "Профессионалитет"федераль проекты сиктәрендә кадрҙарҙы профессиональ әҙерләү маҡсатында эшләнә. Һигеҙ урта һөнәри белем биреү кластеры «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда түбәндәге тармаҡтар буйынса үҙ ишектәрен асасаҡ: «Яғыулыҡ-энергетика комплексы», «Төҙөлөш тармағы», «Тау-байыҡтырыу тармағы», «Ауыл хужалығы» һәм «Машиналар эшләү». Улар Башҡортостандың 50 эш биреүсеһе өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләйәсәк. Бөтәһе 800 миллион һум федераль аҡса һәм 400 миллион һум төбәк бюджетынан йәлеп ителәсәк. Тармаҡ һәм терәк предприятиелары һәм ойошмалары ҡабул итеүҙең контроль цифрҙары структураһын һәм күләмен формалаштырыуҙа, мәғариф ойошмаһын идара итеүҙә, белем биреү программаларын берлектә әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаша. «Профессионалитет» федераль проектында республиканың 60-тан ашыу колледжы ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһында «Ауыл хужалығы» тармағында урта һөнәри белем биреү кластерын булдырыу инициативаһына ҡушылған «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Вуз-ара кампустың идара итеү компанияһы) төп ҡатнашыусыларҙың береһе булды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26807/