23 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Премьер-министр Андрей Назаров “Экопродукт” һөт компанияһы эшмәкәрлеген ҡараны. Унда башҡорт милли эсемлеге ҡымыҙ етештерелә. “Экопродукт” йәмғиәте директоры Рим Хафизов экологик яҡтан хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек – башҡорт ҡымыҙы, һыйыр һөтө, һаҡланыу ваҡыты аҙ булған башҡа ризыҡтар етештереү буйынса цехты күрһәтте. Ауыл хужалығы предприятиеһы бейә һәм һыйыр һөтөнән консерванттарһыҙ, төрлө ҡушылмаларһыҙ, халыҡ-ара GMP, ISO 22000, “Хәләл” стандарттары нигеҙендә тәбиғи продукция етештерә. Андрей Назаров эш барышын, шарттарҙы баһаланы, хеҙмәткәр менән аралашты. “Предприятие башҡорт халҡындағы борондан килгән ҡымыҙ яһау йолаһын бөгөнгө алдынғы алымдар менән бәйләп, мөһим эш алып бара. Етәкселектең дә, хеҙмәткәрҙәрҙең дә барыһын ихлас, бөтә күңелен һалып атҡарыуы, был милли кәсептең тарихын белеүе күренеп тора. Киләсәгебеҙ – экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлектә. Был предприятиеның мөмкинлектәре киң тип иҫәпләйем. Ү