Өфөлә 5–8 июндә “Әйҙә уйнарға” II Бөтә Рәсәй фестивале уҙа. Ул БР Башлығы РАдий Хәбиров башланғысы менән ойошторола. Форум уйын мәҙәниәтен үҫтереү, уйын һәм уйынсыҡтарҙың балалар тәрбиәләүҙәге әһәмиәте буйынса фән, сәнәғәт, мәғариф һәм ата-әсәләр йәмғиәте өсөн уникаль майҙансыҡҡа әйләнде. Форум башланған көндә, 5 июндә, Совет майҙанында “Яратҡан йәнһүрәт геройы” тигән асфальтҡа һүрәт төшөрөү фестивале уҙғарыла. “Ижади сараға һәр теләгән бала ҡушыла ала. Улар төҫлө аҡбур менән яратҡан йәнһүрәт геройҙарын төшөрөп, майҙансыҡты әкиәт галереяһына әйләндерер. Иң әүҙемдәрҙе тәмле приздар көтә”, – ти ойоштороусылар. “Әйҙә уйнарға” фестивале – кескәйҙәргә лә, өлкәндәргә лә яҡшы кәйеф бүләк итә торған ғәжәп ваҡиға. Ул күргәҙмә генә түгел, ә ижад, илһам сығанағы ла.