Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Камил Йыһаншин менән аралашырға, Флүр Ғәлимов менән Леонид Соколовтың уртаҡ осрашыуына килергә мөмкин. Яҙыусыларҙың автографтарын алырға була. БР Яҙыусылар союзы ойошторған “Рус яҙыусылары берләшмәләре” майҙансығы байрамдың өс көнөндә лә эшләй. 30-ҙан ашыу автор араһында Светлана Чураева, Кристина Андрианова-Книга, Наталия Санникова, Владимир Кузьмичев бар. Улар үҙҙәренең яңы әҫәрҙәре менән таныштырыр. Юрий Горюхин, Айҙар Хөсәйенов, Мария Күсемова, Юрий Татаренко менән әңгәмәләшергә, Анатолий Поляниндың рус поэзияһының Көмөш быуаты шағирҙары һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын, Светлана Войтюҡ менән Николай Граховтың балалар өсөн шиғырҙарын тыңларға була. Розалия Вәхитова йәш Өфө шағирҙарының ижады менән таныштырыр. Кистәрен шағир һәм музыканттарҙың дөйөм сығыштары ла ойошторола. БР Яҙыусылар союзының “Рус яҙыусылары берләшмәләре” 30 май–1 июндә ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Фото: Китап байрамы ойоштороусыларынан.
Республикабыҙҙың танылған яҙыусылары менән осрашыуҙар көтә
23 мая 202523 мая 2025
~1 мин